Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Берҙәм Рәсәй» партияһының икенсе социаль онлай-форумында белдерҙе. Министр форумда ҡарттар йорттары эшмәкәрлеген лицензиялауҙа уларҙы санпин талаптары буйынса ҡарарға тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әбйәлилдәге фажиғәле хәлдән һуң йөҙгә яҡын ошондай типтағы ҡарттар йорто барлығы асыҡланған. Уларҙағы шарттар бер ниндәй ҙә талаптарға яуап бирмәй, тине Ленара Иванова.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең икенсе Социаль форумы ирекмәндәр үҙәктәре эшмәкәрлегенә арналды. Форумда профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, партия активистары, ирекмәндәр ҡатнашты. Улар социаль яҡлауға мохтаждарға ярҙам итеүҙә яңы тәҡдимдәр индерҙе. Авторирекмәндәр, Яңы йылға балаларҙы бүләкләү һәм башҡа проекттар пандемия осоронда барлыҡҡа килде. Ете меңдән ашыу ирекмән эшләй, беҙ артабан да мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы дауам итәбеҙ. Хәйриә программаһы эшләйәсәк, тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Рәмилә Исмәғилева.




