Был турала республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдергән. Төбәктә әле 103 таратыу пункты эшләй. Башҡортостан Башлығы социаль программаға анализ яһап, уны артабан үҫтереү бурысы ҡуйған. Һүҙ һөт кухняпары проектын диверсификациялау буйынса тәҡдимдәр әҙерләү һәм уның нигеҙендә яңы социаль әһәмиәтле сервистар булдырыу тураһында бара. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, быйыл һөт кухняһы продукцияһын таратыу пункттарын арттырыу һәм мобиль сауҙаны артабан киңәйтеү ҡарала.
Шулай уҡ ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йыллыҡ күмәртә тауар әйләнеше 930 миллиард һумдан ашҡан. Пандемия онлайн-сегментҡа сығыуҙы тиҙләткән һәм маркетплейстарҙа сауҙа итеүҙе популярлаштырған. Интернет аша һатыуҙар 3,6 процентҡа артҡан.




