Башҡортостан күсемһеҙ милек объекттары күләме буйынса беренсе урында

Башҡортостан кадастр иҫәбенә ҡуйылған күсемһеҙ милек объекттары күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урын яулаған. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, декабргә төбәктә 4 миллион ярымға яҡын объект теркәлгән. Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәрендә иҫәпкә алынған объекттар 4 миллиондан артмай.

Башҡортостанда күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәбенә ҡуйыуға бәйле иң күп осраҡтар 2013, 2014, 2015 йылдарға тура килә. Сөнки тап ошо осорҙа Росреестр идаралығы, Кадастр палатаһы филиалы һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан иҫәпкә алынмаған күсемһеҙ милек объекттарын асыҡлау һәм уларҙы Дәүләт реестрына индереү буйынса күп эш башҡарылды.

Наталья Шаһиева, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы
Фото №1 - Башҡортостан күсемһеҙ милек объекттары күләме буйынса беренсе урында

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ