Бөгөн Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсы башланды

Йыл һайын тантаналы шарттарҙа асылған конкурс быйыл дистанцион форматта уҙа.

Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы конкурсы 24-се тапҡыр ойошторола. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә Өфөнөң төрлө белем усаҡтарынан 67 педагог үҙ көсөн һынап ҡарай, уларҙың 21-е йәштәр.

44-се полилингваль мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Айһылыу Әмирова әйтеүенсә, конкурс алдынғы методик алымдарҙы үҙләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә. Айһылыу Камил ҡыҙының хеҙмәт стажы 14 йыл, ул һөнәри оҫталыҡ ярышында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Полилингваль белем усағында балаларҙы уҡытыуҙа заманса технологиялар ҡулланыла. Уларҙың береһе – йәнһүрәт студияһы. Педагог конкурста ҡатнашыусыларҙы уйын аша башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү  үҙенсәлектәре менән таныштырырға йыйына.

Быйылғы конкурс башҡа йылдарҙан айырыла. Берҙән ул дистанцион рәүештә бара, йәғни жюри ағзалары дәрестәргә инеп ултырмай. Педагогтың уҡыусылар менән эшләү һәләтен, белем биреү оҫталығын экран аша күҙәтә. Был алым уҡытыусыларҙың заман технологиялары менән эш итеү кимәлен билдәләргә булышлыҡ итәсәк.

Икенсенән, оҫталыҡ дәрестәре таныш булмаған синыфта түгел, үҙ уҡыусыларың менән уҙғарыла. Короновирус пандемияһы менән бәйле сит классҡа инеү тыйылған. Шулай уҡ быйыл класс сәғәте һәм педагогик кейс тигән яңы һынауҙар өҫтәлгән.

Тағы ла шуны билдәләр инем – быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн  милли костюм менән таныштырыу тигән яңы номинация барлыҡҡа килде. Был яңылыҡ конкурсҡа яңы һулыш өрөр, йәм, үҙенсәлек өҫтәр тип көтәбеҙ. Йәғни беҙҙең уҡытыусыларға педагогик оҫталығынан тыш ижади һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге лә асыла.

Елена Хаффазова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе
Фото №1 - Бөгөн Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсы башланды

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ