Баймаҡта «Йыл уҡытыусыһы-2021» конкурсында 13 педагог һөнәри оҫталыҡтары буйынса көс һынаша

Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бөгөн ҡаланың лицей - интернаты уҡыусылары өсөн математика фәне ғәҙәти булмаған формала башланды. Конкурста ҡатнашыусы педагогтың  асыҡ дәресе юғары кимәлдә үтеүенә балалар  ҙа  үҙ өлөшөн индерҙе.

Ҡаланың бишенсе мәктәбе уҡытыусыһы Дилә Аткина 21 йыл балаларҙы математика серҙәренә өйрәтә.Ниһайәт, быйыл ул һөнәри бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡарарға йөръәт итә. Педагог үҙ фәне нескәлектәрен ябай, шул уҡ ваҡытта аңлайышлы итеп еткерергә тырыша.

Быйыл баһалама ағзалары дәрестәрҙе онлайн рәүештә күҙәтте. Бының сәбәбе-пандемия. Конкурста башҡорт, рус һәм инглиз телдәре, информатика,математика уҡытыусылары көс һынаша. Дүрт этаптан торған «Йыл уҡытыусыһы-2021» конкурсы районыбыҙҙың иң яҡшы педагогын республика кимәленә сығарасаҡ.

Фото №1 - Баймаҡта «Йыл уҡытыусыһы-2021» конкурсында 13 педагог һөнәри оҫталыҡтары буйынса көс һынаша
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ