Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ коллективҡа легендар артист, балетмейстрҙың исеме бирелгәйне.
Бүләкләү тантанаһы композитор Адольф Адандың «Жизель» спектакле алдынан үтте. Башҡорт балет труппаһы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле. Артистарҙың күбеһе юғары дәүләт наградаларына, абруйлы исемдәргә лайыҡ булған. Театрға кадрҙар Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында әҙерләнә.
Гөлназ Хәйбуллина.





