Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. Уҙған аҙнала коллективҡа легендар артист, балетмейстрҙың исеме бирелде. Бүләкләү тантанаһы композитор Адольф Адандың “Жизель” спектакле алдынан үтте.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына кадрҙар Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында әҙерләнә.






