Был турала бөгөн Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамә барышында белдерҙе. Үҙәк федераль кимәлдә хуплау тапты. Республика етәксеһе фекеренсә, быйыл Башҡортостан “Сколтех” университеты менән берлектә уртаҡ программалар башлай.
“Ғилми-мәғариф үҙәген булдырыу Башҡортостандың ҙур ҡаҙанышы. Балаларыма лайыҡлы белем бирергә теләйем. Шуға ла үҙәктең үҫеше бик мөһим”, - ти күп балалы әсә, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Роза Хужина.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров республикала тыуымды арттырыу бурысын ҡуйҙы.





