Шулай тип белдерҙе йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 2019 йыл менән сағыштырғанда былтыр тыуым күрһәткестәрендә әллә ни үҙгәреш булмаған. Быйыл сабыйҙар күберәк булыр. Беҙҙә өс, дүрт, хатта биш бала тәрбиәләгән ғаиләләр арта”, - тине республика етәксеһе.
“Республика киләсәккә ҙур маҡсатар ҡуя. Иҡтисадта ла, етештереү өлкәһендә лә уңышҡа ирешеү өсөн халыҡтың берҙәмлеге кәрәк. Мөрәжәғәтнамәлә ошо темаға ҙур урын бирелде”, - ти Башҡортостан парламенты вице-спикеры, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
“Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһендә хеҙмәт кешеһе төп герой булды. Беҙҙең маҡсат халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, бының өсөн эш урындары булдырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен нығытыу, инвестициялар йәлеп итеү мөһим”, - ти Асҡын район хакимиәте башлығы Ришат Дихин.
Республика етәксеһе мөрәжәғәтнамәһенең тулы тексы менән Башҡортостан Башлығы сайтында танышырға мөмкин. Адресы: glavarb.ru





