Республика клиника диспансерында пациенттың баш мейеһе шеше киҫеп алынды. Операция уңышлы үтте, пациент үҙен яҡшы тоя. Һаулыҡ һаҡлау учрежениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, дауалау планын радиолог, нейрохирург, химиотерапевт төҙөгән, операцияла заманса технологиялар ҡулланылған.





