Республикала һәр айҙың һуңғы көнөндә ошондай саралар ойошторолоп килә. Ул бөтә райондарҙа ла уҙғарыла, был айҙа уйындар 30-сы ғинуарға тура килә. Ғаиләләр төрлө оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштарында ҡатнаша. Сараға Тәтешле районында ла әүҙем ҡушылалар. Ойоштороусыларҙың береһе “Ғаилә” төнъяҡ район-ара үҙәк директоры Илүс Исламов һөйләй.





