Яңы Башҡортостанға нигеҙ һалынды һәм баш ҡала ҙур төҙөлөшкә әйләнәсәк

Республика юғары технологиялы яңы дәүергә аяҡ баҫа. Радий Хәбиров республиканың киләһе йылдарға үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡорорлтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төбәктең социаль-иҡтисади киләсәген хәл итеүсе мөһим саранан БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Ваҡыты ғына түгел, урыны ла. Республика етәксеһенең Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһен иғлан итеү тарихында тәү тапҡыр уны уҙғарыу урыны үҙгәрҙе. Быйыл ул ғәҙәттәгесә ҡоролтай йортонда түгел, ә колонналар залында үтте.

Был үҙгәрештәрҙе, әлбиттә, пандемия талап итә. Зур залдарҙы шығырым тултырып саралар уҙғарыу тыйыла. Әммә депутаттар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Улар мөрәжәғәтнамәне ғәҙәтләнгән урында-Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында күҙәтте.

Урын һәм ваҡыттың үҙгәреүе мөрәжәғәтнамәнең эстәлегенә бер нисек тә йоғонто яһамай. Шулай ҙа коронавирус шарттарынадағы бер йыллыҡ тормошҡа Радий Хәбиров ҙур иғтибар бүлде. Айырыуса ковид менән көрәшкән табиптар, ирекмәндәр, социаль хеҙмәткәрҙәр төбәк башлығы сығышының башында уҡ телгә алынды. Кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән табиптарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Табиптар менән ғорурланам, тине Радий Хәбиров. Ғөмүмән, быға тиклемге мөрәжәғәтнамәләр ҡушам һүҙе менән бай булһа, быйыл республика башлығы Ғорурланам һүҙен һөйләм аша тиерлек ҡулланды. Табиптар менән ғорурланам, ғорурланам эшҡыуарҙар менән ,уҡытыусылар, төҙөүсөләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ғорурлыҡ уята. Ғөмүмән, пандемия шарттарында ла республика тормошона әүҙем хеҙмәт иткән бар яҡташтарым менән ғорурланам, тине төбәк башлығы.

Киләһе йылдарға маҡсаттар иһә тағы ла юғарыраҡ. Радий Хәбиров үҫеш һөҙөмтәләрен 4 йылдан барларға тәҡдим итә. 2024 йылға тиклем урылған иген күләмен 5 миллион тоннаға еткерергә тейешбеҙ, ауыл хужалығы тауарҙары етештереү буйынса округта алтынсы урындан икенсегә күтәрелеү бурыс, шул ваҡыт эсендә алданыусы өлөшсөләр проблемаһы ла тулыһынса хәл ителәсәк ,ә торлаҡ төҙөлөшөнә үҙәктән йәлеп ителгән аҡсалар 8 миллиард һумдан ашыуы көтөлә.

Студенттарға кампус та шул осорға әҙер булырға тейеш. Мәғариф өлкәһендәге үҫеш нөктәләрен иһә 2024 йылға тиклем 813-кә еткереү маҡсаты ҡуйыла. Район үҙәктәрендә 4 йылда ун алты бассейн барлыҡҡа киләсәк. Технопарк, Ай Кью парк, индустриаль парк. Башҡортостан  юғары технологиялы дәүергә аяҡ баҫа. Бының өсөн хатта ҙур майҙандлы биләгән «Алға» махсус иҡтисади зонаһын да киңәйтергә иҫәп тотола.

2024 йылға тиклем көтөлгән үҙгәрештәр баш ҡаланың юбилейы менән дә бәйле. Тап ошо йылда Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләйәсәк. шуға күрә мегаполисты танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеү бурысы ҡуйыла. Хәйер көньяҡ райондар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Урал аръяғын үҫтереүгә ҙур инвестициялар йүнәлтеү планлаштырыла.

Бер сәғәткә һуҙылған сығышында Радий Хәбиров йәшәйештең һәр тармағына ла ентекле ҡағылды. Хатта, юл үткәргес төҙөлөшө сәбәпле барлыҡҡа килгән уңайһыҙлыҡтар өсөн дә ғәфү үтенде. Халыҡты берләшергә һәм ҡуйылған маҡсаттарҙы ла берҙәм көс менән атҡарып сығырға өндәне.

Фото №1 - Яңы Башҡортостанға нигеҙ һалынды һәм баш ҡала ҙур төҙөлөшкә әйләнәсәк

Айнур Кәбиров.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ