"Инвестиция сәғәте"ндә боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡатнашмалар әҙерләү буйынса проект ҡаралды. Йылына 100 мең тонна етештереү планлаштырыла. Ошо маҡсатта 7 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә. Был комплекс "Сода" компанияһы биләмәһендә урынлаша, уны 2022 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.





