Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, уның исеме бик күптәрҙә икеләнеү тойғоһо уятҡан. Радий Хәбиров билдәләүенсә, инфекцияға ҡаршы прививка эшләнеүе йәки организмдың сиргә ҡаршы тороу һәләте булыуын күрһәткән QR-код алырға мөмкин. Ул республикала йәшәүселәрҙең дүрттән бер өлөшө коронавирустан вакцина яһатҡандан һуң бирелә.
Республикала, пандемия осоронда ҡабул ителгән талаптар бер ни тиклем йомшартыла. 8 февралдән студенттар юғары уҡыу йортона йөрөп уҡый башлай. Бөгөндән йәмәғәт туҡланыу урындары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Килеүселәр һанына сикләү бөтөрөлә. 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр изоляцияла булырға тейеш. Барыһы өсөн дә битлек тәртибе һаҡлана.





