Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 мең 259 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 409-ы дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 138 пациент һауыҡҡан, 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡтороусылар һаны 23 мең 900-ҙән артты.





