Был минуттарҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Юлдаш йыры” концертына әҙерлек бара. Бөгөн ҙур сәхнәлә 20-нән ашыу һәүәҫкәр башҡарыусы һәм бер нисә ансамбль сығыш яһай. Хәбәрсебеҙ уларҙың тәьҫораттарын белеште.
“Юлдаш йыры” конкурсының финалы 19 сәғәттә башлана. Тамашала Илнар Миранов, Илдар Жамалов, Әлфиә Мырҙабаева, Наилә Шәрипова һәм “Юлдаш” радиоһының билдәле алып барыусыларының береһе Нурия Абдуллина ла сығыш яһай. Ентекләберәк киләһе сығарылыштарҙа.





