“Рәнйетелгән кешеләр алдында коллегаларым өсөн оялам.”

“Рәнйетелгән кешеләр алдында коллегаларым өсөн оялам.”
Фото №1 - “Рәнйетелгән кешеләр алдында коллегаларым өсөн оялам.”

Шулай тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына барған. “Проблеманы хәл итәсәкбеҙ. Беренсенән, йылылыҡ өсөн түләү квитанцияларындағы һандар ҡайтанан һанала, аҡса кире күсерелә. Был эш башланды. Икенсенән, йылытыу системаларын ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса етешһеҙлектәр бар. Ғәйеплеләр яуап тотасаҡ. Йылылыҡ иҫәпләүсе техника торошо тәртипкә килтерелә. Республикала был проблема бүтән ҡабатланмаясаҡ”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Бөгөн йылылыҡ өсөн түләүҙәр мәсьәләһе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ла ҡаралды. Унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сығыш яһаны. Ведомство башлығы тикшереү барышында байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланыуы һәм артыҡ түләнгән аҡсаларҙың кире ҡайтарылыуы тураһында белдерҙе. Ул йылытыу системаһына үҙгәрештәр индереү мөһимлеген, шәхси йылытыу пункттары булдырыу кәрәклеген әйтте. Парламент депутаттары билетһеҙ йөрөгән балаларҙы транспорттан төшөрөп ҡалдырмауға бәйле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ