Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе ҡеүәте Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ

Был турала Башҡортостан башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республикала шулай уҡ торлаҡты сафҡа индереү 3,5 һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 3,1 процентҡа күтәрелгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, күрһәткестәрҙе тағы арттырыу талап ителә. Әле төбәктә ошо маҡсатта иҡтисади ярҙамдың өсөнсө пакеты ла ҡабул ителгән. Ярҙам юлдары һәм уларҙың һөҙөмтәһе хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Коронавирус пандемияһы тотош донъя иҡтисадын оло һынау алдына ҡуйҙы. Әммә бар ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан үҫеш кимәлен һаҡлап ҡалған тармаҡтар ҙа бар. Башҡортостанда бер нисә йүнәлеш буйынса күрһәткестәр Рәсәйҙәге уртаса һандарҙан юғарыраҡ. Әлеге шарттарҙа, был оло ҡаҙаныш тип әйтергә мөмкин.

Иҡтисади тотороҡлоҡҡа Башҡортостанда ҡабул ителгән дәүләт ярҙамы ла булышлыҡ итә. Былтыр  ике ярҙам пакеты сиктәрендә етештереүселәргә 30 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән. Тәүге пакетҡа 58, икенсеһенә 37 ярҙам алымы ингән, был саралар менән һәммәһе 59 мең эшҡыуар файҙаланған. Быйыл  иһә өсөнсө пакет ғәмәлгә ашырыла, ул 10 миллиард һумға яҡын сумманы үҙ эсенә ала. Был пакет иҡтисади үҫешкә лә этәргес яһар тип көтөлә.

Оператив кәңәшәмлә ҡаралған тағы бер тема һаулыҡ һаҡлау системаһы менән бәйле. Киләһе биш йылда Башҡортостанда 500-ҙән ашыу медицина учреждениеһын сафҡа индереү ҡаралаған. Быйыл төҙөлөшкә 14 миллиард һумға яҡын аҡса тотонола. Республика балалар онкология һәм гематология үҙәгенә, Баймаҡта балалар поликлиникаһына, ауылдарҙа 60 фельдшер-акушерлыҡ пунктына нигеҙ һалына. Ә Бөрө һәм Саҡмағоштағы һаулыҡ һаҡлау обьекттарын быйыл уҡ файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

Әле иһә Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы күләмле вакцинация бара. Республикаға бөтәһе 20 меңдән ашыу доза препарат килгән, февраль аҙағына тиклем тағы ла 100 мең тирәһе вакцина ҡайтарылырға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе ҡеүәте Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ