Бөгөндән Өфө ҡалаһының 10-сы дауаханаһы ғәҙәти режимда эшләй

Октябрҙә учреждениела ковид госпиталь асылған. Өс айға яҡын ваҡыт эсендә унда 1800 кеше коронавриустан дауаланған. Госпиталдәрҙе үҙ эш шарттарына күсереү республика буйынса алып барыла. Дауахананың ҡайтанан үҙ йүнәлеше буйынса эшләй башлауы сирлеләр өсөн генә түгел, табиптар өсөн дә шатлыҡлы. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Олег Батыршиндың күҙҙәрен ҡара ҡылау ҡаплаған. Коронавирустан ҡурҡып өйҙә ятырға тура килде ти, ул. Һуңғы өс айҙа сир көсәйеп, бер күҙе бөтөнләй күрмәй башлаған. Бөгөн, ниһайәт, Өфөнөң 10-сы дауаханаһының офтальмология бүлегенә килгән. Иртәгә уға операция яһайҙар.

Айҙар Ғаяз улы ирҙең күҙҙәре операциянан һуң күрәсәк, тип өмөтләндерә. Бүлек мөдире яратҡан  медицина инструменттарын барлай. Сөнки октябрҙән бирле уға дауахананың башҡа табиптары кеүек махсус кейемдә, бөтөнләй башҡа йүнәлештә эшләргә тура килгән. Йоғошло сирлеләрҙе дауалар алдынан тәүҙә улар махсус уҡыуҙар үткән.

26 октябрҙә асылған госпиталь ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 1800 тирәһе ауырыуҙы ҡабул итеп өлгөргән. Уҙған аҙнала шаршамбы көн коронавриустан дауаланған һуңғы пациент терелеп сыҡҡан.

Дауахананың һәр бүлмәһе, бер мөйөштө лә ҡалдырмай ковид -госпиталдән һуң дезинфекцияланды. Беҙгә ҙур тәжрибә булды. Мәҫәлән, ауырыу тарихын тулыһынса электрон форматта алып барыу бик уңайлы. беҙ уны киләсәктә ҡулланасаҡбыҙ.

Денис Васильев, Өфө ҡалаһының 10-сы клиник дауаханаһы баш табибы

Учреждениеның һәр бүлеге  быйылғы  тәүге пациенттарын ҡабул итә.  Хирургия бүлмәһендә күптән көтөлгән операциялар яһаласаҡ.

Был маҡсатта дауахана ихатаһында кислород станцияһы төҙөлгән.

Йоғошло сирлеләр күбәйгәс, Башҡортостанда бөтәһе 34 дауахана ковид-госпиталь итеп үҙгәртелгән.

Хөкүмәттәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытта республикала ковид-сирлеләр өсөн 6 323 урын әҙерләнгән, шуларҙың 35 проценты буш. Радий Хәбиров дауаханаларҙы үҙ эшенә ҡайтарыуҙы тиҙләтергә ҡушты.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Өфөнөң тиҙ ярҙам дауаханаһы, Салауат һәм Октябрьсикий ҡалаларында дауаханалар COVID-пациенттарҙы 1 февралдән ҡабул итеүҙән туҡтаны. Ковид-19 сиренән ауырыуҙар Өфө районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән үҙәктәрҙә дауаланасаҡ.

Фото №1 - Бөгөндән Өфө ҡалаһының 10-сы дауаханаһы ғәҙәти режимда эшләй

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ