Өфө хакимиәте баш ҡала халҡына ашығыс хәбәр еткерә

Чиновниктар кешеләрҙән техник хата арҡаһында ғинуар айына йылылыҡ өсөн түләмәүҙәрен һорай. Улар белдереүенсә, ҡабаттан иҫәпләү буйынса йөкләмәнең артыуына бәйле, ҡайһы бер йорттарға таратылған квитанцияларҙа «йылытыу» графаһында хата ебәрелгән.

«Шуға ла ғинуар айына килгән документтарҙы түләргә кәрәкмәй, тиҙҙән төҙәтелгән яңы квитанциялар ебәреләсәк. Әгәр түләнгән икән, февраль квитанцияһында яңынан иҫәпләнеләсәк», – тиелә Өфө хакимиәтенең рәсми хәбәрендә.

Фото №1 - Өфө хакимиәте баш ҡала халҡына ашығыс хәбәр еткерә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ