Иглин районы Боланторған ауылында ағас бағана төбөнән серей башлап эргәләге йортҡа табан ауышҡан. Был турала социаль селтәрҙә яҙғандар, мөрәжәғәтте "Инцидент-менеджмент" системаһы теркәгән. Республика башлығы янындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре Таһир Шәрәфетдинов.
Хәүефле электр бағанаһы урынына алынған. Иглин районында бөтә ауылдарҙа ла серегән ағас бағаналар алынасаҡ, тип хәбәр итәләр Район хакимиәтенән.





