“Өфө инженер селтәрҙәре” йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләүгә ҡала халҡынан 20 мең ғариза ҡабул итергә йыйына. Был турала ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә предприятиеның генераль директоры Максим Петров белдерҙе.
8 февралдән халыҡ менән кире бәйләнеш булдырыла. Өфө халҡы яңынан иҫәпләүҙең һөҙөмтәләрен февраль һәм март квитанцияларында күрә ала.





