Стәрлебаш районы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнаша

Башҡортостанда уңышлы эшләп килгән проекттар бихисап. Шуларҙың береһе «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы берҙәм көс ярҙамында, айырым социаль мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итергә ярҙам итә.

Был эштән Стәрлебаш районы ла ситтә ҡалмай. Әйтәйек, Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһенә ҡараған Корнеевка халҡы, күптән инде зыяратты кәртәләп алырға хыяллана. Изге башланғысты республика ҡаҙнаһынан финанслау ҡаралған, ә урындағы халыҡтың шулай уҡ финанслауҙа ҡатнашыуы төп талаптарҙың береһе. Төбәктә әлегә тиклем дә байтаҡ эштәр башҡарылған. Әлеге ваҡытта ауыл биләмәләрендә конкурста ҡатнашырға, талаптарҙы үтәргә тулы әҙерлек алып барыла.

Фото №1 - Стәрлебаш районы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнаша
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ