Ураған һайын фатирҙа ремонт эшләү ҙә һәр кешенең хәленән килмәй. Һүҙ Өфөнөң Рәсәй урамы 17 кәсер 1 йортонда йәшәүселәр хаҡында. Өҫкө ҡатта йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан һыу ағыу мәсьәләһе менән көрәшә. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү һөҙөмтә бирмәй. Урында йәшәүселәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.
Йорттоң өҫкө ҡатында йәшәүселәр еүеш стена һәм түбәләргә зарлана. Ул ғына ла түгел, һыу 8-се һәм 7-се ҡаттарға тиклем ағып төшә. Сәғәҙәт Ҡыям ҡыҙы был йортта 36 йыл йәшәй. Бер нисә йыл элек ҡыйыҡ һыуҙары уның фатирына ла инә башлай. Бүлмә стеналары үңәҙ менән ҡаплана, обойҙар һыҙырылып төшә. 82 йәшлек ханым һүҙҙәре буйынса, ул электр утын иҫәпләү ҡоролмаһы яҡын килергә лә ҡурҡа башлай.
Тәүге тапҡыр ҡыйыҡтан һыу 2013 йылда аға башлай. Йорт 1975 йылда төҙөлгән, шул ваҡыттан алып капиталь ремонт башҡарылмай, ҡыйыҡ түшәме лә алыштырылмай. Дымлылыҡ һәм бер туҡтауһыҙ тамған һыу арҡаһында Люциә Әхмәтованың сәләмәтлеге ҡаҡшай. Ҡатын төн йоҡоларын йоҡламай ҡарауылда торорға, фатир түбәһен үҙаллы яматырға мәжбүр була.
Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, былтыр ҡыйыҡта барлыҡҡа килгән ярыҡтарҙы Торлаҡ-коммуналь хужалығынан килеп ямайҙар. Өй ҡыйығы даими рәүештә ҡарҙан таҙартылып тора. Әммә мәсьәләгә һаман булһа ла нөктә ҡуйылмаған, бер туҡтауһыҙ түбәнән тамған һыу подъезд һәм фатирҙарҙы баҫыуын дауам итә.
Ҡыйыктан һыу үтеү бер подъезд мәсьәләһе генә түгел, ә тотош йортта йәшәүселәрҙең үҙәгенә үткән хәл. Милекселәр түбәне ямап һәм аҡлап та, тас ултыртып та ҡарай. Билдәле, был ғына ҙур проблеманы хәл итә алмай. Әммә фатир хужалары ниндәй булһа ла сара күрергә тырыша.
Рәсәй урамы 17 кәсер 1 йортоноң ҡыйығы ҡасан алмаштырылыр? Капиталь ремонт ниндәй ваҡытҡа планлаштырылған? Был һорауҙар менән беҙ Өфөнөң Орджоникидзе районы Торлаҡ хужалығы берләшмәһенә мөрәжәғәт иттек.
Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарыу планына ярашлы, был йорттоң ҡыйығы 2023-2025 йылдарҙа алыштырыласаҡ. Әммә уға тиклем шарлауыҡлы түбә ишелеп төшмәҫме? Фатир хужалары ҡарҙар иреп яҙ башланыу менән көтөлмәгән «бүләк» булмаһын ине, тип хафалана.
Әлфинә Килдейәрова.




