Епшек ҡар яуа, елдең көсәйеүе күҙәтелә, урыны менән буран сығыуы күҙаллана. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе Гөлназ Заһитова һөйләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдағыларҙы ауырыуса иғтибарлы булырға саҡыра. Юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары ята. Автомобиль хужаларына дистанция һәм тиҙлекте һаҡлау мөһим.





