9 ҡатлы объект күтәрелгән, әле бина эсендә эштәр бара. Проект 6 миллиард һумға баһалана. Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаева белдереүенсә, күрше төбәктәрҙән дә пациенттар ҡабул ителәсәк.
Республика кардиология үҙәгендә йылына 16 мең диагностика һәм операция уҙғарыла. Яңы корпус төҙөлгәндән һуң медицина учреждениеһы илдә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ.





