Башҡортостанда 2035 йылға тиклем 730 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш

Башҡортостанда 2035 йылға тиклем 730 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш
Фото №1 - Башҡортостанда 2035 йылға тиклем 730 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш

Газ үткәреү мөмкинлеге булған йорттар һаны 655 меңдән ашыу тип көтөлә. “Газпром” йәмғиәте ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн бер нисә йүнәлеш билдәләй. Үҫеш мөмкинлектәре ойошманың йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәһендә барланды. Газға тоташтырылған шәхси йорттар һанын күбәйтеү маҡсатында республикала махсус программа ҡабул ителгән. Уға ярашлы, айырым категория граждандарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә ташлама бар, ти “Газпром межгрегионгаз Өфө” йәмғиәте генераль директоры Альберт Лоҡманов.

Башҡортостанда 2035 йылға тиклем 730 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш

Кәңәшмәлә газ ҡойоу станцияларын арттырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, газда эшләгән моторҙың өҫтөнлөктәре күп, ихтыяж булғанда зәңгәр яғыулыҡ ҡойоу станцияларын арттырыу мөһим .

Башҡортостанда 2035 йылға тиклем 730 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш

Республикала 2023 йылға тиклем 10 газ ҡойоу станцияһы төҙөү планлаштырыла. Әле зәңгәр яғыулыҡта эшләгән техника һаны 4 мең өс йөҙгә етә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ