Дим биҫтәһендә Радий Хәбиров 202-се полилингваль балалар баҡсаһы, “IT-клубы” һанлы балалар белем биреү үҙәге һәм 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. 2022 йылға тиклем Башҡортостанда 9 “IT-клуб” булдырыу ҡарала, бындай үҙәктәр һаны буйынса республика илдә тәүге өсәү иҫәбенә инде. Бындай белем биреү учреждениелары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә- унда беҙҙең элита тәрбиәләнә, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан артабан да туған һәм сит телдәрҙә иркен аралашҡан, сифатлы белем биргән полилингваль учреждениелар булдырыу өҫтөндә әүҙем эш алып барасаҡ.





