Һөйләшеү онлайн ойошторолдо. Уның эшендә мәмерйәгә Александр Рюмин исемен биреү башланғысы менән сыҡҡан ҡурсаулыҡ директоры Николай Косарев, билдәле ғалимдар, эксперттар ҡатнашты. Рюмин Шүлгәнташты донъяға танытыу, тикшереү буйынса күп көс һалған. Шулай ҙа ойошмаға уның исемен биреүгә бәйле йәмәғәтселектең фекерен дә белеү мөһим, ти Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Бының өсөн “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы сайтында фекер алыу ойошторола.
62 йыл элек Александр Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүтормош кешеләрҙең һүрәттәрен табып, Башҡортостанды бөтә донъяға таныта.





