Улар урындағы мәғариф учреждениеһы бинаһында урынлашасаҡ. Йәкшәмбе мәктәптәре сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре кеүек дәрестәр ҡаралған, ти Республика Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров.
Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре мартта асыла. Әле күрше өлкәләрҙә башҡорт телен 4 меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә.





