Өфө дәүләт авиация университеты ғалимдары һәм студенттары транспорт тармағында файҙаланыу өсөн яңы генератор һәм двигатель уйлап тапҡан. Белгестәр тарафынан әлегә пилот проект булараҡ һынап ҡаралған техник ҡорамалдар иҡтисади яҡтан отошло, сифаты һәм ҡеүәте менән айырылып торған ышаныслы продукт тип баһалана.
Ярты йыл самаһы төҙөлгән техника Рәсәйҙең һәм Башҡортотсандың сәнәғәт предприятиеларына заказ буйынса яһалған. Двигателдәрҙе уйлап табып йыйыу өсөн университетта эшләүсе 70-ләп хеҙмәткәр һәм студент йәлеп ителгән.




