Амбициялы ниәттәр. Төбәккә 20 миллиард һумдан ашыуға 40 инвестиция проекты йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Был бурыстар тормошҡа ашырырлыҡ, тине төбәк етәксеһе.
Үҫеш корпорацияһында Наил Ғәббәсов етәкселегендәге йәш һәм көслө команда эшләй. Тап улар Ҡырым республикаһындағы үҫеш корпорацияһын илдең иң алдынғылар рәтенә сығарҙы. Әле улар Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе һәм «Уфимский» индустриаль паркы менән шөғөлләнә.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, илдең иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандың был өлкәләге эш тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе төбәктең үҫеш институты, индустриаль парктар, иҡтисади зоналар булдырыу стратегияһын тағы ла әүҙемләштереү бурысы ҡуя. «Алға» биләмәһен киңәйтеү тураһында ла ниәттәр бар. Сөнки ташламалы шарттарҙа эшләргә теләүсе эшҡыуарҙар бик күп.
Айнур Кәбиров.




