Бынан тыш, автомобилдәр зыян күргән осраҡтар ҙа теркәлгән – 10 машинаның түбәһе боҙолған. Ошо көндәрҙә Черниковка биҫтәһендә ҡыйыҡтан ҡар төшөп ғаиләләге ир менән ҡатындың мейеһе һелкенгән. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе Дмитрий Богдановтың кисәге эш көнө күңелһеҙ тамамланған. Ҡатыны менән Конституция урамы буйлап китеп барғанда уларҙың башына йорт ҡыйығынан боҙ төшкән. Ирле-ҡатынлы улар йорт шарттарында дауаланырға мәжбүр.
Торлаҡ хужалығы идаралығы вәкилдәре әйтеүенсә, йорт ҡыйыҡтары ҡар менән боҙҙан график буйынса таҙартыла. Көндәр йылытҡан осорҙа боҙбармаҡтарҙан ҡотолоп өлгөрөү мөмкин түгел.
Йорт ҡыйығы өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр, боҙ түбәнән түгел, балкондан төшкән тип бара. Улар әйтеүенсә, балкондарҙы таҙартыу фатир хужаларына йөкмәтелә. Зыян күреүселәр ҡар менән боҙ балконда булһа ла, уны тап коммуналь хужалыҡ эшселәре ҡыйыҡтарҙан кеше балконына этеп төшөрә, тип иҫәпләй.
Әлбиттә, юғары ҡаттарҙа йәшәүсе йәки өлкән йәштәге граждандар үҙаллы балконды ҡарҙан таҙарта алмай. Ҡатмарлыҡтар булған осраҡта торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығына заявка бирергә мөмкин.
Ҡыйыҡтарҙан ҡар һәм боҙ төшөп йәрәхәтләнеү осраҡтарын бөтөрөү өсөн Өфөлә ҡар картаһы ғәмәлдә. Мобиль ҡушымта аша һәр кеше хәүефле участканың фотоһын ебәреп, ҡала хакимиәтенән ярҙам саҡырта ала.
Йыл башынан ғына түбәләрҙән ҡар һәм боҙ киҫәктәре төшөп биш кеше йәрәхәтләнгән. Ҡар өйөмөнән емерелгән автомобилдәр бер тиҫтәгә еткән. Белгестәр эшселәрҙең ҡар таҙартыусыларҙың хеҙмәтенән тыш, үҙаллы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибарлы булырға кәңәш итә.
Ф.Ким.




