Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ғалим Александр Рюмин исемен «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына биреү тәҡдиме буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Әңгәмәлә онлайн форматта ҡатнашыусылар ҙа бар ине.
Был тәҡдим менән Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау министрлығы сығыш яһаған. Бөгөн ҡурсаулыҡ етәкселеге уны киң йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарҙы. 22 февралгә тиклем был тәҡдимгә ҡарата һәр кем үҙ фекерен белдерә ала. Ғалим исемен мәмерйәгә түгел, ә федераль учреждение статусындағы ҡурсаулыҡҡа биреү тураһында һүҙ бара, ти. эксперттар.
Билдәле эксперттарҙың фекерен тыңлағандан һуң, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына ғалим Александр Рюмин исемен биреү тәҡдимен хуплап сығыш яһаны. Етәкселеккә үҙ сиратында мәмерйә стеналарында тәүге рәсемдәрҙе тапҡан, бөтә донъя ғалимдары һәм йәмәғәтселегенә сығарыусы эҙәрмән ғалим исемен мәңгеләштереүҙең башҡа форматтарын да ҡарарға тәҡдим ителде.
Гүзәл Борханова.




