Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ғалимдары Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә милли кейем, диалект үҙенсәлектәрен, риүәйәттәрҙе өйрәнә. Экспедиция республика башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Халыҡ менән осрашыуҙар Яңы Уртауыл, Ямъяҙы, Киҫәкҡайын, Тартар ауылдарында ойошторолдо. Прогресс ауылынан Иван Березин тыуған ауылы тарихын һөйләне. Тартар ауылынан Светлана Хашимова ла шәжәрә төҙөй, тыуған яғын өйрәнә. Яңауыл – экспедиция программаһы буйынса ун һигеҙенсе төбәк. Ғалимдар эшен Краснокама районы менән йомғаҡлай.
Рәмилә Исмәғилева.




