Делегация эш сәфәре менән Өфөлә булды, ҡунаҡтар урмандарҙы тергеҙеү һәм питомниктар булдырыу өлкәһендә башҡарылған эштәр менән ҡыҙыҡһына. Уҙған йылда Башҡортостанда 15 меңдән ашыу гектарҙа ағас ултыртылған, план арттырып үтәлгән. Ултыртылған ағас майҙаны буйынса беҙҙең республика Волга буйы төбәктәре араһында беренсе урында, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан.





