Башҡортостанда асыҡ типтағы физкультура һауыҡтырыу комплексы төҙөлә 2021-02-04T16:00:00+05:00 Аҡса партия проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан бүленә. Физкультура һауыҡтырыу комплексында мини-футбол, гандбол, баскетбол, волейбол уйнау өсөн яһалма япма комплекты, урамда көс талап итә торған тренажерҙар, йүгереү юлдары өсөн япма комплекты, мобиль баскетбол фермаһы, шулай уҡ башҡа спорт инвентары була. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан белдереүҙәренсә, объект Өфө районының Зубов ауылы янында урынлаша.