Милли музейҙа «Тамға». Милли кейем буйынса конкурс былтыр беренсе тапҡыр ойошторолдо. Күргәҙмәлә еңеүселәрҙең эштәре урын алған. Уны асыу тантанаһында икенсе конкурсҡа старт бирелде. Халҡыбыҙ тарихын сағылдырған бәйге тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Роза Юлдашбаевала был күлдәктәрҙе тегеү тап ошондай бер күргәҙмәлә барлыҡҡа килә. «Салауат» ательеһында эшләгән рәссам-дизайнерҙа Балаҡатай районынан килгән оҫталарҙың милли кейем өлгөләрен заманса стилгә күсереп тегеү тураһында хыял тыуа. Бер йылдан улар эш башлай. Сәскәләр сигелгән матур күлдәктәр коллекцияһы менән ул «Тамға» конкурсында еңгән. Артабанғы хыялы коллекцияны күпләп тегеүҙе ойоштороу, хатта сит илгә сығарыу уйы ла юҡ түгел.
Беренсе «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында 256 кеше ҡатнашҡан. Жюри улар ебәргән мең ярым эште ҡараған. Баһалама комиссия ағзалары Рәсәй ҡалаларынан, хатта Германия, Грузиянан да бар.
Күргәҙмәлә Башҡорт милли биҙәүесе номинацияһы еңеүселәренең эштәре лә урын алған. Бөтә номинациялар араһында балаларҙың милли кейеме буйынса ғына тәҡдимдәр аҙыраҡ булған.
Гран-при эйәһенә 300 мең һум бүләк ителәсәк, ти ойоштороусылар. Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән мартта ғаризалар ҡабул ителә башлай. Күргәҙмә музейҙа 28 февралгәсә, инеү бушлай. Сәхнә кейеме менән этнографик кейемде бутамаҫҡа, был өлкәлә белемен арттырырға теләүселәр өсөн ай аҙағына тиклем милли кейем тегеү буйынса бушлай оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Рәмилә Исмәғилева.





