Аварияларҙа 454 кешенең ғүмере ҡыйылған, 4 меңдән ашыуы имгәнгән. Был турала бөгөн йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы барышында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерҙе.
Быйыл республикала видео-фото теркәү комплекстары арттырыла. Йыл аҙағына тиклем юлдарҙа 800 ҡоролма ҡуйыу планлаштырыла. Былтыр трассалағы камералар юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 3 миллион осрағын теркәгән. Водителдәр 1 миллиард һумға яҡын аҡса түләгән.





