Белорет районында 16 турист тауға күтәрелеү ҡоролмаһында эленеп ҡалған

Белорет районы «Морат» тау саңғыһы комплексында 16 турист тауға күтәрелеү ҡоролмаһында эленеп ҡалған.

 Ваҡиға бөгөн көндөҙгө сәғәттәрҙә теркәлгән. Төньяҡ битләүҙәге тауға күтәрелеү ҡоролмаһының моторы сафтан сығып  туҡтап ҡала. Канат юлы 1 саҡырымға һуҙылған.

Бейеклек 300 метр самаһы. 91 кабинананың 16-һында туристтар, шул иҫәптән бер бала булған. Уларҙы ҡотҡарыу эштәре әле тулыһынса тамамланған.

Фото №1 - Белорет районында 16 турист тауға күтәрелеү ҡоролмаһында эленеп ҡалған

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ