Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре ришүәт алғанда аралашсы булыуҙа ғәйепләнеүсе Өфө полицияһының бүлек етәксеһе урынбаҫарын ҡулға алды. Юғары вазифа биләгән полиция хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше асылған.
Тикшереү материалдарына ярашлы, 58 йәшлек ир эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе танышына ҡарата енәйәт эше асылыуын белеп, хоҡуҡ һаҡсыһы менән килешеүгә килә һәм танышына эште 12 миллион ярым һумға ябырға тәҡдим итә. Эшҡыуар ризалашып тейешле сумманы бирә. Полиция хеҙмәткәренең әшнәһе лә шулай уҡ ҡулға алынған.
Гөлдәриә Йосопова.




