Ростислав Мырҙағолов был турала бөгөн йәкшәмбе ризаһыҙлыҡ акцияһында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа белдерҙе.
Осрашыуға килеүселәр фекеренсә, митинг хаҡындағы ҡануниәт камил түгел, йәмәғәтселеккә гражданлыҡ позицияһын белдереү мөмкинлеге юҡ. Ростислав Рәфҡәт улы фекеренсә, был тәңгәлдә Лондондың Гайд-паркындағы ораторҙар мөйөшө тәжрибәһен файҙаланып, Башҡортостандың баш ҡалаһында һәр кем үҙен борсоған проблема буйынса фекерен әйтә алырлыҡ урын асырға мөмкин. Палата рәйесе билдәләүенсә, митингтар артында ғәҙәттә аҡса янсыҡтары менән ойоштороусылар тороуы хаҡында ла оноторға ярамай.
Осрашыу ризаһыҙлыҡ акцияһы буйынса һәм митингҡа сығыусылар менән тип иғлан ителһә лә, кешеләр күберәк шәхси һорауҙарын күтәрә. Берәүҙәрҙе етемдәргә фатир биреү, икенселәрен йылылыҡҡа тарифтарҙың күтәрелеүе, өсөнсөләрен эш урындары, хеҙмәт хаҡы менән бәйле һорауҙар борсой. Улар митингҡа ла тап шул сәбәпле сығыуҙарын йәшермәй. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡәнәғәтһеҙлек проблемалар хаҡында асыҡтан-асыҡ, уртаға һалып һөйләшмәүҙән килә. Шуға күрә әле күҙгә-күҙ ҡарап осрашыу, диалог ҡороу бик урынлы.
Рәмзиә Кәримова.




