Ошо исем аҫтында 2018 йылдан Стәрлетамаҡта үҙенсәлекле балалар тәбиәләгән ата-әсәләрҙең төбәк ойошмаһы эшләп килә. Күптән түгел инвалид балаларға ярҙам итеү маҡсатында улар Рәсәй Президенты фондынан грант отҡан. Үҙәк эшмәкәрлеге менән БСТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Был бинаны үҙәк ҡуртымға алып эшләй. Бында килеп эләккән һәр предмет һәм гигиена кәрәк-яраҡтары махсус журналға теркәлә. Анастасия Самойлова үҙенсәлекле балалар менән яңы форматта эшләгән төркөм булдырған. Ата-әсәләр үҙенсәлекле балаларын унда ышанып ҡалдыра ала.
Иртә ярҙам һәм телмәр үҫтереү үҙәгендә 10-дан ашыу бала шөғөлләнә. Иғтибар, яҡшы мөғәләмә үҙ һөҙөмтәләрен бирә: малай-ҡыҙҙарҙың аралашыу даирәһе арта, улар тәртипкә, бөхтәлеккә һәм көндәлек режимға өйрәнә, ти, белгестәр.
Үҙәктә Рәсәй Президенты гранты буйынса үҙенсәлекле балаларҙы һауыҡтырыу программаһы киләһе аҙнанан тормошҡа ашырыла башлай. Бында дауалау физкультураһы, массаж, логопед һәм психолог ярҙамы күрһәтеләсәк.
Гүзәл Борханова.




