Татыу һәм берҙәм ғаиләләр дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләй

Яҡын кешеңде алкоголь һәм наркотик кеүек насар ғәҙәттәрҙән нисек арындырырға? Опекунлыҡ юллау, ерҙәрҙе рәсмилләштереү ысулдары... Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап «Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө»ндә бирелде. Сара Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылында ла үтте, бында ул «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә ойошторолдо. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Онкология сирен тәүге осорҙа асыҡлау яман шештән дауаланыуға, шул уҡ ваҡытта пациенттың ғүмере өсөн борсолмаҫҡа мөмкинлек бирә. Ауырыуҙың тышҡы билдәләре булмаҫҡа ла мөмкин, тип иҫкәртә аҡ халатлылар. Иҫке Бүрестәр «Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө»ндә табиптарҙы, айырыуса акушер-гинеколог килеүен һорай. Сөнки район үҙәге йылға аша ғына урынлашһа ла унан тура йөрөп булмай. Сәләмәтлеген тикшерергә һәм онкологияға анализ тапшырыу өсөн 85 йәшлек Флүрә Миңлеғәле ҡыҙы ла килә.

Урындағы Фельдшер-акушерлыҡ пунктындаа район үҙәге дауаханаһынан невропатолог, терапевт һәм нарколог ҡабул итеү ойоштора. Тулы диагностика эшләү маҡсатында ЭКГ аппараты килтерелә. Табиптарға күренеп ҡалыу өсөн халыҡ күп, айырыуса оло йәштәгеләр йыйыла.

Тәгәрмәс өҫтөндәге медицина ярҙамы ысын мәғәнәһендә мобиль. Бында буйҙы үлсәү, йөрәк тикшереү аппараты, төрлө анализ алыу урындары бар. Ҡатын- ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген күҙәтеү өсөн махсус бүлмә эшләй. Акушерлыҡ кәрәк-яраҡтарынан тыш ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн дә сумаҙандар һәр саҡ әҙер.

Медицина хеҙмәттәре күрһәтеүҙән тыш, Иҫке Бүрес ауылына башҡа төрлө белгестәр ҙә саҡырыла. Ғаиләлә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары, аңлатыу эштәре, социаль ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ халыҡты ерҙәрҙе ҡуртымға алыу, рәсмиләштереү һорауҙары ҡыҙыҡһындырҙы.

Баланың шәхес булараҡ үҫешендә ғаилә мөһим роль уйнай. Шуға күрә улар ҙа саранан ситтә ҡалманы. 15 мәктәп уҡыусыһы ГТО нормаларын тапшырып, саңғы ярышында көстәрен һынаны.

Иҫке Бүрес иң боронғо ауылдарҙың береһе, ул 1681 йылдың архив документтарында иҫкә алына. Әлеге көндә бында 170 кеше йәшәй. Улар төрлө проекттарҙа теләп ҡатнаша. Үҙ көстәре менән ауыл зыяратын төҙөкләндерәләр, урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә мәҙәниәт йорто ремонтлана. Ауыл тырыш, уңған һәм берҙәм ғаиләләре менән дә күркәм . Иҫке Бүрестә бындай ғаиләләр байтаҡ. Әле улар «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһенең район этабын еңеп, республика кимәленә сыҡҡан. 

«Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө» ҡыҙыҡлы тамаша менән тамамланды. Һәр кемдең күңелен рухи яҡтан күтәреү маҡсатында район үҙәгенән беренсе тапҡыр автоклуб килтерелә. Артистар дәртле йырҙары, концерт номерҙары менән ҡышҡы һыуыҡ көндө йылытты.

Фото №1 - Татыу һәм берҙәм ғаиләләр дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләй

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ