Башҡортостан райондарында милли проекттар үтәлеше тикшерелде

Башҡортостан райондарында милли проекттар  үтәлеше тикшерелде
Фото №1 - Башҡортостан райондарында милли проекттар  үтәлеше тикшерелде

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Башҡортостан ведомстволары менән берлектә милли проекттар һәм төҙөкләндереү буйынса республика программалары үтәлешен тикшерҙе. Эш сәфәре менән ул Өфөлә, Саҡмағош, Благовар һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында булды. Депутат баш ҡалала “Волна” скверын ҡараны. Паркта спорт майҙансығы асылған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Саҡмағошта “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән объекттар, ”Тыныслыҡ урамы аллеяһы”, йылға ярын төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү проекттары барышы менән танышты. Благовар районының Языков ауылында үҙәк парк төҙөкләндерелә. Бында ял итеү зонаһы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырылған. Ҡырмыҫҡалы районында ла “Аҡ күл”, “Йәштәр” парктары төҙөкләндерелә. Футбол, волейбол майҙансыҡтары булдырылған, тренажерҙар ҡуйылған. Делегация төҙөкләндереү барышын ыңғай баһаланы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев билдәләүенсә, үҙгәрештәр ҡыуандыра, урындағы халыҡтың  ыңғай баһаһы ла эштең сифатлы икәнлеген дәлилләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ