Республика фермерҙары берҙәм ауыл хужалығы һалым ставкаларынан 3 йылға азат ителеүе ихтимал

Республика фермерҙары берҙәм ауыл хужалығы һалым ставкаларынан  3 йылға азат ителеүе ихтимал
Фото №1 - Республика фермерҙары берҙәм ауыл хужалығы һалым ставкаларынан  3 йылға азат ителеүе ихтимал

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа республика фермерҙарының берҙәм ауыл хужалығы һалымының ставкаларынан 3 йылға азат ителеүе тураһында закон проекты индерелде. Был эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамының 3-се пакетына ярашлы башҡарыла. Был алым фермерҙар һәм аграр предприятиеларға пандемияға бәйле өҫтәмә сығымдарҙы ҡаплатыуға булышлыҡ итер, тип күҙаллана. Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, проект ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, уның оҙайтылыуы тураһында ла ҡарар ителеүе ихтимал.

Республика фермерҙары берҙәм ауыл хужалығы һалым ставкаларынан 3 йылға азат ителеүе ихтимал

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, закон проекты авторы Яков Кугубаев әйтеүенсә, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр бизнестың бар өлкәләренә лә ҡатмарлыҡтар өҫтәне. Ауыл хужалыҡтарында ла өҫтәмә сығымдар талап ителде. Аграр республика булараҡ, беҙ был өлкәгә ярҙам итергә тейешбеҙ, тип иҫәпләй депутат.

Республика фермерҙары берҙәм ауыл хужалығы һалым ставкаларынан 3 йылға азат ителеүе ихтимал

Был башланғысты тормошҡа ашырыу Президент Владимир Путин 2018 йылда һалым кодексына үҙгәрештәргә ҡул ҡуйғандан һуң мөмкин булды. Документҡа ярашлы, ауыл хужалығы өлкәһендәге һалым ставкаһын һәр төбәк үҙе билдәләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ