Саранскиҙа конкурс еңеүселәрен билдәләү тантанаһы үтте. “Иң яҡшы мажаралы маршрут” номинацияһында Республика Туризмды үҫтереү үҙәге ойошмаһы, “Иң яҡшы туристик маршрут идеяһы” номинацияһында “Көньяҡ Урал буйлап веломаршруттар селтәре” проекты Гран-При яуланы. Бынан тыш, тағы 8 номинацияла республика вәкилдәре призлы урынға лайыҡ булды. Конкурсҡа бөтәһе 450 проект ебәрелде, 202-һе финалға сыҡты. Башҡортостандан финалда 19 проект ҡатнашты.





