Республикаға тәжрибә өйрәнеү маҡсатында өлкәнең ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Сергей Воскресенский етәкләгән делегация килде. Ҡунаҡтар проект менән яҡындан танышырға теләй. Әлеге көндә “Башҡортостан продукты” тамғаһын алыу хоҡуғы 500-ҙҙән ашыу предприятиеға бирелгән. Уларҙа 17 мең төр продукт етештерелә.





