Мәшһүр әҙипте тыуған яғы Дүртөйлөлә иҫкә алыу саралары уҙа. Назар Нәжми бюсына сәскәләр һалына, уның исемендәге премиялар тапшырыла. Сараларҙа беҙҙең хәбәрсебеҙ Рәсүл Сәғитов ҡатнаша.
Бөгөн кис "Сәләм" телеканалында Назар Нәжми тураһында документаль фильм күрһәтелә.






