Киләһе аҙнала унда ҙур спорт ярыштары ойошторола. Был турала беҙгә ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Әбсәҙиева хәбәр итте. Етәксе әйтеүенсә, сараларға күрше Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә саҡырылған.
Таштимер ауылындағы сараларҙа Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттарының да ҡатнашыуы көтөлә. Улар халыҡты ҡабул итергә һәм социаль объекттар менән танышырға ниәтләй.





